Республикала «Йәшел Башҡортостан» акцияһы быйыл 25 апрелдән 1 майға тиклем барасаҡ. Бөтәһе 50 меңдән ашыу ағас һәм ҡыуаҡтар ултыртыу планға алынған. Ағас ултыртыу менән торлаҡ-коммуналь хужалыҡтарҙа эшләүселәр һәм идара итеүсе компаниялар хеҙмәткәрҙәре шөғөлләнәсәк. Быйыл йәшелләндереләсәк аллеялар Бөйөк Ватан һуғышы Геройҙарына арнала. Шулай уҡ Башҡортостанда йәшәүсе һәр кем ошо экологик акцияға ҡушылып, үҙенең ихатаһында ағас йә ҡыуаҡ ултыртып, социаль селтәрҙәрҙә барған #ЗеленаяБашкириядома флэшмобына ҡушыла ала.