Изоляция режимы тамамланмай әле. Шулай ҙа республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был осорҙа балыҡҡа йөрөү ҙә рөхсәт ителәсәк. Бының өсөн дорога02 порталында алдан теркәлеү үтергә генә кәрәк. Әйткәндәй, ошо порталда теркәлеп, кәрәҙле элемтә салондарына, күп функциялы үҙәктәргә, ветеринар клиникаларға, химчисткаға, автосервистарға, төҙөлөш магазиндарына, адвокаттар һәм нотариустарға барырға мөмкин.