+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Апрель 2020, 12:33

Тағы бер дауахана карантинда буласаҡ

«Башинформ» агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Балтас районы үҙәк дауаханаһының хирургия бүлексәһе карантинға ябылған. Бер пациентта коронавирусҡа шик булыу сәбәпле, ошондай сара ҡулланырға тура килгән. Диагноз әле раҫланмаған, шулай ҙа медиктар иҫкәртеүсе сараны алдан күрергә мәжбүр булған. Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, Башҡортостанда дүшәмбегә ҡарата вирус йоҡтороусыларҙың 37 яңы осрағы теркәлгән. Тәүлек эсендә Рәсәйҙә 517 кеше тулыһынса инфекциянан дауаланған.
Читайте нас: