+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Май 2020, 11:54

Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү буйынса махсус сервис эшләй

РФ Федераль һалым хеҙмәте кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына субсидиялар бүлеү буйынса махсус сервис асты. Эпидемия мәлендә айырыуса зыян күргән эшҡыуарҙар 1 майҙан башлап ошо портал аша субсидия юллай ала. Ғариза биреүсе эшҡыуарлыҡ субъекттарының берҙәм реестрында теркәлергә, һалым, страховка түләмдәре буйынса бурыстары булмаҫҡа, банкротлыҡ процедураһы башланмаған булырға тейеш. Ғариза биреү тәртибе тураһында һалым инспекцияһы сайтында (https://www.nalog.ru/rn77/business-support-2020/subsidy/) йәки 8-800-222-22-22 телефоны буйынса бушлай шылтыратып, белешергә мөмкин.
Читайте нас: