+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Май 2020, 11:51

Үләнгә ут төртһәгеҙ — штраф түләгеҙ

Рәсәйҙә яҙғыһын ҡоро үләнгә ут төртөү арҡаһында ҡот осҡос янғындар сығып, тотошлай ауылдар янып китеү осраҡтары арта. Ошо хәүефте иҫкәртеү маҡсатында, 61-се янғын һүндереү часы район халҡын үлән үртәүҙән тыйылырға саҡыра. Бер генә осҡон да урманды, йорт-ихаталарҙы юҡ итеү ихтималлығы тураһында онотмағыҙ. Баҡсала, ихатала, урманда, йылға буйҙарында усаҡ яғыу тыйыла. Янғын хәүефһеҙлеген күҙәтмәгән граждандарға 3 мең һумға тиклем (вазифауи кешеләргә 15 мең һумға тиклем) административ штраф һалына, әгәр вайымһыҙлыҡ арҡаһында торлаҡ йорттар йәки ауыл хужалығы предприятиелары зыян күрһә, енәйәти яуаплылыҡ та ҡаралған.


Читайте нас: