+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Май 2020, 11:53

Талпандан һаҡланығыҙ

Эпидемия мәлендә хәүефһеҙлек саралары күреүҙән тыш, талпандан һаҡланырға ла онотмағыҙ. Тәбиғәт йәшеллеккә күмелгән мәлдә уларҙың кешегә ҡаҙалыу осраҡтары уғата арта. Әгәр талпан энцефалитлы булһа, кешелә уның билдәләре бер аҙнанан һуң ғына беленә. Хәлһеҙләнеү, баш ауыртыу, быуындар һыҙлау кеүек билдәләр хас була. Ҡаҙалған бөжәкте тәнегеҙҙән үҙ аллы алған хәлдә, уны мотлаҡ дауахана лабораторияһына алып барығыҙ. Урманға сығырға уйлаһағыҙ, ныҡлы итеп кейенергә, бөжәктәрҙе өркөтөүсе махсус аэрозоль һиптерергә кәрәк була.
Читайте нас: