+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2020, 13:15

Матур үтһен һуңғы ҡыңғырау

Республиканың Мәғариф министрлығы быйылғы һуңғы ҡыңғырау тантанаһын 29 майға күсерҙе. Хәтерләүегеҙсә, былтыр БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары «Башҡортостанда алкоголь продукцияһын һатыу һәм алкоголь әйләнешен контролдә тотоу тураһында»ғы законға үҙгәрештәр индереп, Йәштәр көнөндә, һабантуйҙарҙа һәм һуңғы ҡыңғырау мәлендә спиртлы эсемлектәр менән сауҙа итеүҙе тыйғайны. Был законға ярашлы, быйыл 29 май магазиндарҙа араҡы-һыра, шараптар һатыу тыйыла. Әйткәндәй, депутаттар көҙгө сессияла был документҡа тағы төҙәтмәләр индереп, 3, 4, 5 ғинуарҙы ла айыҡ көндәр тип билдәләне.
Читайте нас: