+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2020, 13:14

ВИЧ сирлеләр һаны артты

Башҡортостанда йыл башынан ВИЧ сирле 850 кеше асыҡланды, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Ә республикала бөтәһе иммунодефицит вирусы йоҡторған 34805 кеше йәшәй. 17 майҙа СПИД-тан үлгән кешеләрҙе иҫкә алыу көнө билдәләнде һәм ошо уңайҙан яман сирҙе профилактикалау мәсьәләләренә иғтибар йүнәлтелде. ВИЧ булыуҙа шикләнәһегеҙ йәки уға бәйле берәй һорауҙарығыҙ булһа, консультация кәрәкһә, СПИД-ҡа ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәгенә шылтыратырға мөмкин: 8 (347) 246-06-37.
Читайте нас: