+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Май 2020, 12:01

Афарин, еңеүҙәрегеҙ менән!

Бөтә Рәсәй олимпиадаһында Рәсәй Мәғариф министрлығы тарафынан билдәләнгән балдар һаны йыйған 11-сене тамамлаусылар барыһы ла олимпиада призерҙары тип табыла. Уларға был хаҡта дипломдар тапшырыласаҡ. Ошо йыл барышында олимпиаданың төбәк этабында ҡатнашҡан һәм тейешле балл йыйған, уҡыуҙарын артабан мәктәптә дауам иткәндәр киләһе йылда мәктәп, миуниципаль, төбәк этаптарҙа үҙ көстәрен һынамайынса 2021 йылдағы олимпиаданың һуңғы этабында ҡатнашыу хоҡуғына эйә.

География фәне буйынса төбәк этабында еңеү яулаған Салауат мәктәбе уҡыусыһы Зарема Хамматова олимпиаданың һуңғы этабы призеры тип табылды. Яҡташыбыҙ һигеҙенсе кластан алып, география буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы призеры булыуын иҫәпкә алғанда, был, ысынлап та, уның лайыҡлы еңеүе. Зареманы һәм уның уҡытыусыһы Рәйлә Хафизованы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ.


Читайте нас: