+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Май 2020, 12:00

Оло йәштәгеләр өйҙә ҡалырға тейеш

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 65 йәштән оло кешеләр өсөн үҙизоляция режимы һаҡланасаҡ, тине һәм был турала махсус указ ҡабул ителеүе хаҡында белдерҙе. «65 йәште уҙған оло быуын вәкилдәре, шулай уҡ хроник сирҙәре булған кешеләргә өйҙә ҡалып, ҡурсаланырға тәҡдим ителә. Был уларҙың хәүефһеҙлеге өсөн мөһим. Әгәр уларға табип ярҙамы талап ителһә, магазинға барырға кәрәк булһа — ярҙам күрһәтеләсәк», — тине Радий Фәрит улы.
Читайте нас: