+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Май 2020, 12:02

Республика халҡын өс көнлөк ял көтә

Быйыл Ураҙа ғәйете 24 май — йәкшәмбегә тура килә. БР Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, байрам булараҡ билдәләнгән был көн ялға тура килеү сәбәпле, дүшәмбегә күсерелә. Шулай итеп, Башҡортостанда йәшәүселәр был аҙнала өс көн — 23, 24, 25 майҙа ял итәсәк. Республикала эпидемия буйынса хәүефһеҙлек режимы һаҡланыу сәбәпле, мәсеттәрҙә күмәк халыҡ ҡатнашлығында саралар үткәрелмәйәсәк. Райондың имам-мөхтәсибе Рөстәм Ситдиҡов белдереүенсә, Асҡар мәсетендә Ураҙа ғәйете намаҙы уҙғарылмай, 24 май, 14 сәғәттә теләүселәр өсөн байрам ашы таратыла, битлек кейеп, берәмләп, инеп алырға мөмкин.


Читайте нас: