+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Май 2020, 11:59

Әсәлек капиталын ғаризаһыҙ алыусылар артты

Пенсия фонды идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 15 апрелдән республикала әсәлек капиталына сертификатты ғариза бирмәйенсә алыусылар һаны 1 мең кешенән ашты. Сертификат хәҙер электрон рәүештә тултырыла һәм әсәнең Пенсия фонды сайтындағы шәхси кабинетына йәки дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ебәрелә. 2020 йылда әсәлек капиталы күләме 466617 һум тәшкил итә. Быйыл икенсегә әсәй булған ҡатындар өсөн капиталға тағы 150 мең һум өҫтәлә һәм ярашлы рәүештә, ул 616617 һум була.


Читайте нас: