+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Май 2020, 12:56

«Һуғыш образдары» проектында ҡатнашырға мөмкин

Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте «Һуғыш образдары» Бөтә Рәсәй проектында ҡатнашырға саҡыра. Бөйөк Ватан һуғышы осороноң уникаль, ҡабатланмаҫ фотолары тупланған был проекттың электрон версияһында (Образывойны.рф) бөгөнгө көндә 2 меңдән ашыу фотоһүрәт бар. Был сайтҡа инеп, үҙегеҙ теләгән осорҙо, алыштарҙы, хәрби етәкселәрҙе ҡарай алаһығыҙ. Шулай уҡ проект һәр кемгә үҙ ғаиләһе геройҙарын ошо сайтҡа һалырға мөмкинлек бирә. Тик фоторәсемдә кем булыуын, уны кем һәм ҡасан фотоға төшөрөүен белеү һәм теркәү шарт.


Читайте нас: