+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Июнь 2020, 12:53

Һайлаусылар иғтибарына!

Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса берҙәм тауыш биреү көнө итеп тәғәйенләнгән 1 июлдә һеҙ йәшәү (теркәлеү) урынында була алмаһағыҙ (командировка, отпуск йәки башҡа урында йәшәйһегеҙ икән), һеҙгә алдан тауыш биреү хоҡуғы бирелә.

Бының өсөн РФ паспорты йәки уны алыштырған, шәхесте раҫлаусы башҡа документ менән 5 июндән 21 июнгә тиклем төбәк һайлау комиссияһына (Асҡар ауылы, Ленин урамы, 41) йәки күп функциялы үҙәккә (Асҡар ауылы, Тыныслыҡ урамы, 1), 16-һынан 21 июнгә тиклем теләгән бер участка һайлау комис-сияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ошо пункттарҙың береһенә килеп, ҡайҙа тауыш бирергә йыйыныуығыҙҙы күрһәткән ғариза бирергә кәрәк.

Участка һайлау комиссияларының адрестары менән http://www.cik-rb.ru/find_your_area/index.php сайтында урынлаштырылған интерактив картала танышырға мөмкин.

Ғаризаны дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ла онлайн ебәрергә була.

Тауыш биреү урынын үҙгәртеүҙе һораған ғаризаны бер һайлаусы бер тапҡыр ғына бирергә хоҡуҡлы. Әгәр инде 1 июлдә бер ҡайҙа ла йөрөмәһәгеҙ, паспортығыҙҙы алып, үҙегеҙгә тәғәйен һайлау участкаһына килергә кәрәк.

Белешмәләр өсөн телефон: 2-00-15.


Читайте нас: