+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Июнь 2020, 12:54

Йәйге лагерға заявка ҡабул ителә

Район мәғариф бүлеге ойошма һәм предприятиеларҙан балаларҙың йәйге ялын ойоштороу буйынса заявкалар ҡабул итә.

Йәйге лагерға юллама алыу өсөн 20 июнгә тиклем мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк, заявка формаһы бүлектең рәсми сайтында бирелгән — www.abroo.ucoz.ru

Әбйәлил районы ойошмалары һәм шәхси эшҡыуарлыҡ предприятиеларынан заявкалар һәр шишәмбе 9-ҙан 12 сәғәткә тиклем, бухгалтерияла ҡабул ителә. «Ирәндек» лагерына балаларҙы ҡабул итеү июлдә башланасаҡ, тип күҙаллана.

Белешмәләр өсөн телефон: 2-12-83, 2-04-41.
Читайте нас: