БР мәғариф министры Айбулат Хажин белдереүенсә, балаларҙың йәйге ялын ойоштороу буйынса махсуслашҡан лагерҙарҙы асыу графигы билдәләнде. 8 июндән балалар өсөн шифахана һәм сәләмәтләндереүсе лагерҙарға тикшереү үткәрелә һәм улар 15 июндән ҡабул итеүҙе башлай. Мәктәп яны, йәйге ял лагерҙарын асыу 1 июлгә тәғәйенләнде, әммә был эпидемиологик хәлдең тотороҡланыуына бәйле буласаҡ. Быйыл 200 мең баланың йәйге ялын ойоштороу планлаштырыла. Әйткәндәй, 1 июндән сауҙа үҙәктәре, музей һәм китапханалар эшләй башланы.