Республика Башлығы ҡарарына ярашлы, июндә үҙ ишектәрен асҡан сауҙа үҙәктәре өсөн яңы ҡағиҙәләр индерелде. Эпидемия таралыуын иҫкәртеү маҡсатында, эшкә килгән һәр хеҙмәткәрҙең тән температураһы үлсәнә, алынған мәғлүмәттәр көн һайын журналға теркәлә, хеҙмәткәрҙәр үҙҙәренең сәләмәтлек торошо тураһында етәкселеккә көн һайын хәбәр итеп тора, шәхси гигиена талаптарын үтәй, инеү урындарында COVID-19 инфекцияһынан һаҡланыу буйынса аңлатмалар һәм дезинфекция саралары урынлаштырыла, аҙыҡ-түлекте тәмләп ҡарау, кейемдәрҙе кейеп ҡарау тыйыла, битлек режимы һаҡлана, кассирҙар өсөн һаҡлаусы экрандар ҡуйыла. Ошо ҡағиҙәләрҙе үтәмәгән сауҙа үҙәктәре киренән карантинға ябыласаҡ. Әлегә кинотеатрҙар, фуд-корт һәм балалар өсөн уйын майҙансыҡтары асылмай.