+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июнь 2020, 12:55

«Мин башҡортса һөйләшәм!»

18 июндә 19 сәғәттә «Торатау» конгресс-холында башҡорт телен популярлаштырыу буйынса «Башҡорт теле: яңы ҡараш» исемле сара ойошторола. Онлайн форматта тәҡдим ителәсәк проекттарҙа туған телде йәштәр араһында популярлаштырыу алымдары тураһында һүҙ барасаҡ. Проект авторҙары һәм әҙерләүселәре туранан-тура ҡатнаша, ә киң аудитория өсөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһы эфирында һәм социаль селтәрҙә тура трансляция ойошторола. Ҡатнашыусыларға башҡорт телен өйрәнеү өсөн видеодәрестәр һәм мобиль ҡушымталар, «Бәйләнештә» һәм iTunes медиаплеерында беренсе башҡорт подкастары, әүҙем үҫешкән йәштәр бренды «Аҫылташ» тураһында һөйләйәсәктәр.


Читайте нас: