+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июнь 2020, 12:53

Пособиелар артты

Беренсе баланы йәш ярымға тиклем ҡарау буйынса пособиеның минималь күләме 3 375 һумдан 6 752 һумға тиклем арттырыла. Был турала законға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. Белеүегеҙсә, 11 майҙа ил башлығы бала тәрбиәләү буйынса пособие күләмен арттырырға тәҡдим иткәйне. Уның һүҙҙәренсә, эшләмәгән граждандар, шул иҫәптән студенттар ошондай пособие ала. Ҡағиҙә булараҡ, улар — ярҙамға мохтаж йәш ата-әсәләр. Бынан тыш, декрет ялы осоронда эшһеҙ ҡалғандар өсөн пособиеның максималь күләме 6 мең һумдан 13 504 һумға тиклем арта. Был сара бала тәрбиәләгән, ләкин ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ осрағына мотлаҡ социаль страховкалау ҡаралмаған эшһеҙ ҡалған йөклө әсәләргә йәки опекундарға ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән.


Читайте нас: