+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь 2020, 12:45

Башҡорт теле — халыҡтың мәңге тере тарихы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Яҙыусылар Союзы, «Аҡбуҙат» балалар журналы һәм Дәүләкән районы хакимиәте балалар араһында Рәсимә Ураҡсина исемендәге конкурс иғлан итә. Киң ҡатлам уҡыусыларҙы башҡорт телендә әҫәрҙәр уҡыуға йәлеп итеүҙе маҡсат иткән был бәйгелә ҡатнашыу өсөн Башҡорт теле йылына арнап, шиғыр ебәрергә кәрәк. Әҫәрҙәрҙең тыуған ил, тыуған ер темаһына арналыуы ла мөмкин. Иң мөһиме — башҡорт теленең матурлығы сағылырға тейеш. Әҫәрҙәрҙе [email protected] электрон адресы буйынса ҡабул ителә. Иң уңышлылары «Бәйләнештә» селтәрендә һәм «Аҡбуҙат» журналында донъя күрәсәк. Еңеүселәр 15 сентябрҙә билдәләнәсәк.


Читайте нас: