+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июнь 2020, 13:23

Рөхсәт мөҙҙәтен ваҡытында оҙайтығыҙ

Росгвардия идаралығы ҡорал йөрөтөүгә рөхсәт ҡағыҙын ваҡытында оҙайтырға саҡыра. Шәхси ҡоралды һаҡлау һәм йөрөтөүгә лицензия мөҙҙәте үтеп китһә, РФ Административ кодексының 20.8-се статьяһына ярашлы, 3 мең һумдан 50 мең һумғаса штраф ҡаралған, мылтыҡты, патрондарҙы тартып алыуҙары ла ихтимал. Лицензия-рөхсәт хеҙмәтенә интернет аша мөрәжәғәт иткәндә, дәүләт пошлинаһы 30 процент ташлама менән буласаҡ. Росгвардия инспекторы Д. Әхмәҙиев граждандарҙы ҡорал йөрөтөүгә ҡағылышлы һорауҙар буйынса һәр аҙнаның шишәмбе һәм кесаҙнаһында, 9-ҙан 12 сәғәткә тиклем, район эске эштәр бүлегендә ҡабул итә. Белешмәләр өсөн телефон: 2-24-42.


Читайте нас: