Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2023 йылға тиклем республикала тиҫтәнән ашыу полилингваль мәктәп асыу тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Туған телдән тыш, бер нисә сит телде төплө өйрәнеүҙе нигеҙ иткән һәм 300-ҙән алып 650 балаға тиклем иҫәпләнгән яңы мәктәптәр, ҙур ҡалаларҙа, бер нисә районда, шул иҫәптән Әбйәлилдә лә төҙөләсәк.