+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июнь 2020, 12:03

15 июлгә тиклем дауам итә

Бөгөнгә тиклем 2020 йылдың июль-декабрь айҙарына район гәзиттәренә яҙылып өлгөрмәгәндәр иғтибарына шуны еткерәбеҙ: икенсе ярты йыллыҡҡа ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу 15 июлгә тиклем оҙайтылды.

Шуға күрә почтаға барып, почтальондарға мөрәжәғәт итеп йәиһә редакцияның үҙенә килеп, «Осҡон»ға абонемент тултырырға ашығығыҙ. Гәзиткә яҙылығыҙ ҙа, квитанция күсермәһен редакция адресына ебәрегеҙ, яҙылыу кампанияһы тамамланғанса, уйын дауам итәсәк. Һеҙҙең өсөн шәп бүләктәр әҙерләнгән.

Был аҙна уйынына ҡармаҡ менән шампурҙар ҡуйылғайны. Шулай итеп, Тал Ҡусҡарынан Иҡсан Ямалов ҡармаҡлы булды, ә Салауаттан Илнур Ибраһимовҡа шампурҙар эләкте.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм паспорт, ИНН, СНИЛС күсермәләрен тотоп, бүләктәрен килеп алыуҙарын көтөп ҡалабыҙ.

Мөхәрририәт.
Читайте нас: