+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июнь 2020, 12:01

Афарин, Раяз!

«Терра Башкирия» ат-спорт турнирының етенсе этабында Әбйәлил һыбайлылары үҙ оҫталығын күрһәтте. «Аҡбуҙат» ипподромында сабышҡан биш район вәкилдәре араһында Әбделмәмбәт егете — 13 йәшлек Раяз Ҡарабәндин Буян ҡушаматлы атында дистанцияны иң шәп үтеп, еңеүсе исеменә лайыҡ булды. Турнирҙың төп шартына ярашлы, тәүге дистанцияла еңеүсе булған жокей, артабанғы дистанцияларҙа таныш булмаған, башҡа аттарҙы менеп, сабырға тейеш. Раяз унда ла һынатмай, ике атты ла йүгәнләп, еңеүсе исемен йәнә иҫбатлай алды.


Читайте нас: