Асҡар үҙәк район дауаханаһының табип-фтизиатры Ғәле Әбдрафиҡ улы Күсәрбаев халыҡ һаулығы һағында оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.