Республикала йылдағыса «Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит!» мәрхәмәтлелек акцияһы старт алды. Унынсы тапҡыр ойошторолған акция 1 июлдән 31 авгусҡа тиклем дауам итәсәк. Уның маҡсаты — ауыр тормош хәлендә ҡалған, матди ҡыйынлыҡ кисергән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе балаларға уҡыу йылына әҙерләнергә ярҙам итеү. Был осорҙа «Ғаилә» үҙәктәренә аҡса йыйып тапшырырға, йәки уҡыу кәрәк-яраҡтары килтерергә мөмкин. БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, былтыр сара сиктәрендә 10 миллион һумдан ашыу аҡса йыйылған һәм аҙ тәьмин ителгән, күп балалы, тулы булмаған ғаиләләрҙә үҫкән 7816 уҡыусыға ярҙам күрһәтелгән.