Республикала йәшәүсе күп балалы ғаиләләргә ер участкаһы урынына 250 мең һум күләмендә аҡса бирелеүе мөмкин. БР Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры был проект өҫтөндә эш барыуы хаҡында белдерҙе. «Ҡалала фатиры булып, ер участкаһына мохтажлыҡ кисермәгән күп балалы ғаиләләргә, аҡсалата түләм булған осраҡта, ҙурыраҡ фатир һатып алыу мөмкинлеге буласаҡ», — тине ул.