+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Июль 2020, 12:20

Өфө — Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы

Рәсәй Президенты Владимир Путин 20 ҡалаға, шул иҫәптән Өфөгә Рәсәй Федерацияһының «Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» тигән маҡтаулы исем биреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. «Халҡы 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ирешеүгә, сәнәғәт предприятиеларында туҡтауһыҙ хәрби һәм гражданлыҡ продукцияһы менән тәьмин итеүгә тос өлөш индергән, шул уҡ ваҡытта хеҙмәт батырлығы, фиҙаҡәрлек күрһәткән өсөн Боровичи, Екатеринбург, Иваново, Ижевск, Иркутск, Ҡазан, Магнитогорск, Түбәнге Новгород, Түбәнге Тагил, Новокузнецк, Новосибирск, Омск, Пермь, Һамар, Һарытау, Томск, Ульяновск, Өфө, Силәбе, Ярославль ҡалаларына Рәсәй Федерацияһының «Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» тигән маҡтаулы исемен бирергә», — тиелә документта.
Читайте нас: