БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары ҡабул иткән законға ярашлы, 1 июлдән алкоголь һатыу тәртибе үҙгәрҙе. Документҡа ярашлы, спиртлы эсемлектәр менән сауҙа итеү киске 11 сәғәттән иртәнге сәғәт 8-гә тиклем тыйыла. Был сикләү йәмәғәт туҡланыуы урындарына ҡағылмай.