Быйыл 1 сентябрҙә мәктәптәрҙә традицион линейкалар булмай, тип белдерҙе Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцов. «Тантаналарҙы башҡасараҡ форматта уҙғарабыҙ, ләкин уҡыусылар һәм уҡытыусылар мәктәпкә килә һәм белем биреү процесы башлана», — тине ул. Шул уҡ ваҡытта ведомство етәксеһе белем биреү учреждениеларында 1 сентябрҙең нисек үтәсәген әйтмәне. Уның һүҙҙәренсә, яңы уҡыу йылы, коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн, барлыҡ хәүефһеҙлек талаптарын иҫәпкә алып башлана. Мәғариф министрлығының мәктәптә уҡытыу форматынан баш тартырға ниәте юҡ.