+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Июль 2020, 13:44

Суперприз уйнатыласаҡ

Бөгөн «Осҡон» гәзитенә икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу тамамлана. Июль-декабрь айҙарына гәзитебеҙгә абонемент тултырып өлгөрмәгәндәр бөгөн почта бүлексәләрендә йәиһә почтальондарға мөрәжәғәт итеп, быны эшләй ала.

Ә беҙ «Гәзиткә яҙыл да бүләк от!» уйынының сираттағы еңеүселәрен иғлан итәбеҙ. Әлмөхәмәт ауылынан Илсиә Ҡаһарманова — үтек, Ҡырҙастан Г. Бикйәнова блендер отто. Еңеүселәрҙең паспорт, ИНН, СНИЛС күсермәләрен тотоп, бүләктәрен редакциянан килеп алыуҙарын көтөп ҡалабыҙ.

Аҙна һайын уйнатылған бүләктәрҙән тыш, суперприз уйнатылыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Яҙылыу кампанияһы тамамланыу менән һеҙгә вәғәҙә иткән йәшелсә-емеш киптереү яйланмаһын отторасаҡбыҙ. Был уйында квитанция күсермәләрен беҙгә ебәргәндәр барыһы ла ҡатнаша ала. Тимәк, аҙна бүләген отҡан кемдер, өҫтәп, суперпризлы ла булыуы ихтимал!

Мөхәрририәт.
Читайте нас: