Иртәгә, 25 июлдә, быйылғы шарттарҙа бик һуңға ҡалған сығарылыш кисәләре үтәсәк, тип белдерҙеләр БР Мәғариф министрлығында. «Мәктәпте тамамлаусы уҡыусылар, әлбиттә, был сараны тантаналы уҙғарғыһы килә, — тине министр Айбулат Хажин. — Әммә һаҡлыҡ алымдары тураһында оноторға ярамай. Кеше күмәк йыйылған урында коронавирус йоҡтороу хәүефенә юл ҡуймаҫҡа тейешбеҙ. Шуның өсөн бер урында 50-нән ашыу кеше йыйылыу тыйыла, ата-әсәләргә һәм сығарылыш кластары уҡыусыларына йәмәғәт туҡланыуы урындарына ла йөрөмәҫкә кәңәш итер инем». Республика Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә Өфө мәктәптәрендә сығарылыш кисәләре булмаясаҡ, тип белдерҙеләр.