+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июль 2020, 12:39

Уңайлы ваҡытта отпуск кемдәргә тәғәйен?

Өс һәм унан күберәк балаһы булған хеҙмәткәрҙәр өлкән балаһына 18 йәш тулғансы үҙҙәренә уңайлы ваҡытта отпуск алыу хоҡуғына эйә буласаҡ. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары тейешле федераль закон проектын Дәүләт Думаһына тәҡдим итте. «Әлеге ваҡытта күп балалы хеҙмәткәрҙәргә өлкән балаһы 12 йәшкә еткәнсе отпуск алыу өсөн уңайлы ваҡыт һайлау хоҡуғы бирелә, — ти Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. — Ләкин 12 йәштә баланың хоҡуҡи статусы үҙгәрмәй. Ғаилә, бала бәлиғ булғансы, күп балалы тигән статуста ҡала. Был осорҙа ғаиләнең дәүләт билдәләгән хоҡуҡтар һәм ташламалар менән файҙаланыу мөмкинлеге булырға тейеш».
Читайте нас: