Башҡортостандың 25 уҡыусыһы рус теленән Берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл йыйған, тип хәбәр итәләр Мәғариф министрлығынан. Былтыр йөҙ балға яҙылған эштәр күпкә аҙыраҡ булған — алты кеше генә иң юғары балл алған. Әбйәлилдән ике уҡыусы — Йәнгелдән Лилиә Борисова һәм 1-се Асҡар мәктәбенән Камила Йәһүҙина 98-әр балл йыйҙы. Имтиханда бөтәһе 16 563 кеше ҡатнашҡан. 3 630 кеше үҙҙәренең эше өсөн 81 һәм унан юғарыраҡ балл алған. Быйыл рус теленән имтиханда уртаса тест балы 70,4 тәшкил иткән.