+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июль 2020, 12:27

Фольклориада киләһе йыл июлдә буласаҡ

Пандемия арҡаһында кисектерелгән VI Бөтә донъя фольклориадаһын Фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәрен ойоштороу буйынса халыҡ-ара совет менән килешеп, уны киләһе йылдың июлендә уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Сарала 80 илдән коллективтарҙың ҡатнашыуы көтөлә. 2020 йылдың 15 июленә 57 ил теркәлгән. Өфөгә Бөтә донъя фольклориадаһына бөтәһе 2500-гә яҡын кешенең килеүе мөмкин. Республиканың 34 ҡала-районын үҙ эсенә алған ете фестиваль округы билдәләнгән.
Читайте нас: