Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы уҙған аҙнала район биләмәһендә ике юл-транспорт ваҡиғаһы булыуы хаҡында хәбәр итә. Озерное — Күсем руднигы трассаһында 1998 йылғы водитель — Әбйәлил ауылы кешеһе, ВАЗ-2107 автомобилендә юлдан ситкә төшөп китә һәм машина түңкәрелеүе арҡаһында ауыр тән йәрәхәттәре алып, «Ашығыс ярҙам» килеп еткәнсе, йән бирә. Асҡар эсендә Лада Гранта машиналары бәрелешеүе һөҙөмтәһендә ике кеше йәрәхәтләнә.