+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Сентябрь 2020, 13:36

Хөрмәтле һайлаусылар!

Һеҙҙе, 13 сентябрҙә сәғәт 7-нән киске 21 сәғәткә тиклем теркәлеү урыны буйынса һайлау участкаларында көтөп ҡалабыҙ. Был көндә муниципаль район Советына депутататтар һайланасаҡ.

Әгәр ҙә тауыш биреү көнөндә сәләмәтлек торошо йәки бүтән сәбәптәр арҡаһында һайлауға килә алмаһағыҙ, участка комиссияһы өйҙә һайлата ала.

Башҡортостан Республикаһының һайлауҙар тураһындағы кодексының 79.1-се статьяһына ярашлы, һайлаусы тауыш биреү көнөндә отпуск, командировка, уҡыу һәм эш режимы, дәүләт һәм йәмәғәт бурыстарын үтәү, сәләмәтлек һәм башҡа етди сәбәптәр арҡаһында йәшәү урынында була алмаһа, алдан тауыш биреүгә хоҡуҡлы. Бының өсөн участка комиссияһына ғариза бирергә кәрәк.

Алдан тауыш биреү 2 – 12 сентябрҙә уҙа. Бюллетень тултырыу өсөн үҙең теркәлгән һайлау участкаһына барыу мотлаҡ. Участка комиссиялары көн һайын 16-20 сәғәттә, ял көндәрендә 10-14 сәғәттә эшләй. Паспорт алырға онотмағыҙ.

Төбәк һайлау комиссияһы.
Читайте нас: