5 сентябрь киске сәғәт 11 тирәһендә берҙәм дежур хеҙмәткә Үләнде станцияһынан бер саҡрым алыҫлыҡта бесән яныуы тураһында хәбәр итәләр. 100000 квадрат метр майҙанды биләгән бесәнлектәге күбәләрҙең барыһы ла дөрләп яна! Янғын һүндереүселәр билдәләүенсә, ҡазаның сәбәбе — ут төртөү. Кемдеңдер яуыз ниәтле вәхшилеге арҡаһында 19 тонна бесән янған, матди зыян күләме 30 мең һум тирәһе тәшкил итә.