+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Сентябрь 2020, 14:05

Сәләмәтлек беренсе урында

Уҡыу йылының тәүге 10 көнө артта ҡалды. Белем усаҡтарында коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау маҡсатында ғәҙәти булмаған шарттарҙа эшләү нисек ойошторолоуы хаҡында район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Г. Ә. Рәхимова һөйләй:

— Мәктәптәр «Роспотребнадзор» күрһәтмәләрен тейешенсә үтәй. Бер урында өйкөмләшеүҙәр булмаһын өсөн бөтә ишектәр ҙә асыҡ. Ингән саҡта уҡыусыларҙың температураһы үлсәнә, ҡулдар дезинфекциялаусы саралар менән эшкәртелә. Сит кешеләр, хатта ата-әсәләр белем биреү учреждениеларына үткәрелмәй. Уҡытыусылар араһында битлек режимы һаҡлана. Уҡыусылар һаны 300-ҙән артҡан белем усаҡтарында медицина инспекторҙары эшләй. Беҙҙең районға БДМУ-нан 8 студент килде. Улар Красная Башкирия, 1-се Асҡар, Ташбулат урта мәктәптәрендә һәм Т. Кусимов исемендәге гимназияла эшләй. Үҙәк район дауаханаһы эпидемиологы Гөлгөнә Рамаҙанова менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ.

Мөмкин булғанса уҡыусылар араһындағы тәьҫир итеште кәметеү маҡсатында ҡайһы бер мәктәптәр төрлөсә ваҡытҡа бүлеп уҡытыуға күсте. Амангилде, Хәмит урта мәктәптәрендә ике смена ойошторолһа, 1-се Асҡар урта мәктәбе өс ағымға көйләнде. Киләһе аҙнанан гимназия ла ошондай уҡ режимға күсә.


Читайте нас: