-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Сентябрь 2020, 14:04

Ябай ҡағиҙәләр ғүмерҙе һаҡлай

Уҡыу йылы башланыу менән юлдарҙа хәрәкәт көсәйҙе. Руль артындағылар һәм йәйәүлеләр күңелһеҙ хәлгә ҡалмаһын өсөн һәм балалар йәрәхәтләнеүенә юл ҡуймау маҡсатында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре профилактик эштәр башҡара. Сентябрь башынан районда балаларҙы автокреслоһыҙ йөрөтөү буйынса 172 осраҡ теркәлгән. Айырыуса автомобилдә балаларын ҡулда йөрөткән йәш ата-әсәләр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәй. Автокресло баланың йәшенә һәм буйына тап килергә тейеш. Алты айға хәтлем автосәңгелдәк, һуңынан автокресло ҡулланыу мотлаҡ. Ҙурыраҡ балаларға бустер, 12 йәшкә тиклемгеләргә махсус тотоп тороусы ҡорама кәрәк.


Читайте нас: