Республика халҡы торама пункттарҙы төҙөкләндереү буйынса һорау алыуҙа ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә. «Аныҡ эштәр көндәре» акцияһы сиктәрендә «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Аныҡ эштәр» төбәк проекты буйынса 2021 йылда төҙөкләндереүгә объекттар һайлау буйынса тауыш биреү башланғыс ала. Һәр кем үҙе йәшәгән ихатала, урамда йәки йәмәғәт урынында күрергә теләгән объект өсөн bashkortostan.er.ru һылтанмаһы буйынса инеп тауыш бирә ала. Тауыш биреү 25 сентябргә тиклем дауам итә.
«Аныҡ эштәр» проекты төбәктә 2015 йылдан тормошҡа ашырыла. Ошо осорҙа 5 меңдән ашыу наказ үтәлеп, балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөлгән, парктар, аллеялар, һәйкәлдәр төҙөкләндерелгән, һыу, электр, йылылыҡ, газ менән тәьмин итеү, канализация системалары йүнәтелгән, ҡыйлыҡтар кәртәләнгән һәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуға махсус транспорт саралары һатып алынған.