Республикала 14-25 сентябрҙә «Ҡорал тапшыр — аҡса ал» акцияһы үтә. Үҙ ирке менән ҡорал тапшырыусыларға яуаплылыҡ ҡаралмаған, киреһенсә, ҡоралдың төрөнә ҡарап 5 мең һумдан алып 20 мең һумғаса аҡса биреләсәк. Теркәлмәгән ҡоралығыҙ булһа, Росгвардия идаралығының лицензия-рөхсәт биреү бүлексәһенә йәки полицияның дежур бүлексәһенә мөрәжәғәт итегеҙ.
Ә бына ҡоралды рөхсәтһеҙ һаҡлаған граждандар, Енәйәт Кодексының 222-се статьяһына ярашлы, яуаплылыҡҡа тарттырылыуы тураһында онотмағыҙ.