+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Сентябрь 2020, 12:12

«Тағылма» ун көнлөгө башлана

21–30 сентябрҙә республикала үҙйөрөшлө, юл-төҙөлөш машиналарын, уларға тағылмаларҙы файҙаланыуҙа хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса «Тағылма» декаднигы уҙа. Төрлө маршруттар буйынса тикшереүҙәр ойошторола. Теркәлеү һәм техник тикшереү үтмәгән транспорт сараларын һәм тағылмаларҙы асыҡлау буйынса саралар уҙғарыласаҡ.

Йыл башынан районда 250 үҙйөрөшлө машина һәм тағылма тикшерелгән, 82 хоҡуҡ боҙоу осрағы асыҡланған, бер юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Хоҡуҡ боҙоуҙар нигеҙҙә дәүләт теркәүе һәм техник тикшереү үтмәүгә, ОСАГО страховка полисы, тракторсы-машинист таныҡлығы булмауға бәйле.
Читайте нас: