+11 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Сентябрь 2020, 12:32

Экспорттың төп өлөшө — май продукцияһы

Быйыл һигеҙ айҙа Башҡортостан 100 миллион долларға торошло агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспортлаған. Был уҙған йылдың ғинуар-авгусы менән сағыштырғанда 40 миллион долларға тиерлек күберәк, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығы.

2024 йылға республикала был өлкәләге продукция экспорты 230 миллион долларға етергә тейеш. Быйыл экспорт структураһында төп өлөштө май тармағы продукцияһы тәшкил итә. Иген культуралары ни бары 13,4 процентты биләй. Күптән түгел республикала май экстракцияһы заводтарының яңы уңышты ҡабул итеүгә һәм эшкәртеүгә әҙерлеген тикшереү тамамланды. Киләһе миҙгелдә Башҡортостан етештереүселәре кәмендә 850 мең тонна майлы культураны эшкәртергә ниәтләй.


Читайте нас: