+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Сентябрь 2020, 17:36

Киләсәккә аҙым

Бөгөн ил буйынса «Үҫеү нөктәһе» уҡытыу үҙәктәрен асыу марафоны уҙҙы. Ауыл уҡыусыларына заман талаптарына ярашлы белем алыу мөмкинлеге биргән үҙәктәр райондың Красная Башкирия һәм Сиҙәм урта мәктәптәрендә барлыҡҡа килде.
«Мәғариф» милли проекты сиктәрендә быйыл Рәсәйҙә 2951 һанлы һәм гуманитар профилле мәғариф үҙәктәре булдырылды һәм улар иң заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылды. Шул иҫәптән 42 «нөктә» Башҡортостанда асылды. Әбйәлилдән Красная Башкирия һәм Сиҙәм урта мәктәптәренә проектта ҡатнашыу бәхете йылмайҙы. 2019 йылда тәүге үҙәктәр Т. Кусимов исемендәге гимназияла, Ташбулат, Амангилде урта мәктәптәрендә булдырылды һәм уларҙың эшмәкәрлеге уҡыусыларҙың уҡыу һөҙөмтәләрендә сағыла ла инде.
«Мәғариф» милли проекты буйынса 2024 йылға тиклем Рәсәйҙә 27 мең мәктәп базаһында ошондай үҙәктәр булдырыу планға алынған. Шуныһы бигерәк тә һөйөнөслө: «Үҫеү нөктәһе» ауыл ерлегендә һәм бәләкәй ҡалаларҙа урынлашҡан мәктәптәрҙе заманса ҡорамалдар менән тәьмин итеүгә, һанлы һәм гуманитар профилдәр буйынса төплө нигеҙле белем биреүгә йүнәлтелгән.
Читайте нас: