+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Сентябрь 2020, 13:57

Туристик объекттарға инеү өсөн аҡса түләргә кәрәк буласаҡ

Башҡортостанда өҫтәмә хаҡ түләп инергә мөмкин булған тәбиғәт объекттары исемлеге булдырыласаҡ. Әле үк тәбиғәт парктарына ингән туристарҙан аҡса алыу яйға һалына. Мәҫәлән, Асылыкүл һәм Ҡандракүл күлдәре янында бер кеше өсөн тәүлегенә — 150, автомобилде ҡуйған өсөн 90 һум түләргә кәрәк. Аҡса биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә йүнәлтелә. Әммә туристар ағымының ҡырҡа артыуына бәйле биләмәләрҙе йыйыштырыу һәм тәртиптә тотоу өсөн был ғына инвестициялар етмәй. Унан тыш, республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һүҙҙәренсә, кемпингтарҙы, турбазаларҙы, ҡунаҡханаларҙы яңыртыу талап ителә, шулай уҡ юл буйы сервисын, навигацияны камиллаштырырға кәрәк. Туристар өсөн йыйымды 2021 йылдың йәйенә индерергә уйлайҙар.


Читайте нас: