+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Октябрь 2020, 12:55

«Дистанциялы уҡыуға күсмәйбеҙ»

— тип ышандырҙы БР мәғариф министры Айбулат Хажин. «Республикала 15 сентябргә ҡарата 139 уҡыусыға «коронавирус» диагнозы ҡуйылды, 67 уҡытыусының анализы ыңғай һөҙөмтә бирҙе. Әлеге мәлдә киҫкен респиратор ауырыуҙар көсәйә, шулай уҡ мәктәптәрҙә киҙеүгә ҡаршы прививка яһау бара. Шулай ҙа хәлде контролдә тотабыҙ һәм әлегә дистанциялы уҡыуға күсмәйәсәкбеҙ, — тине ведомство етәксеһе. — Триместрҙар буйынса уҡытҡан мәктәптәр көҙгө каникулға — 5 октябрҙән, башҡа белем биреү учреждениелары 26 октябрҙән сығасаҡ».
Читайте нас: