1 октябрҙән бер нисә категория граждандарға эшһеҙлек буйынса пособие түләү туҡтатыла. Атап әйткәндә, пандемияға бәйле 1 марттан эшмәкәрлеген туҡтатырға мәжбүр булған шәхси эшҡыуарҙар (улар айына 12130 һум матди ярҙам алғайны), 1 мартта пособие түләү ваҡыты үткән һәм пандемия иғлан ителеү сәбәпле, был ярҙам сараһы оҙайтылған, эшһеҙ тип табылған кешеләр октябрь айынан башлап, был пособиеға хоҡуғын юғалта.