Муниципаль район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү программаһы сиктәрендә түбәндәге финанс ярҙам алыуға эшҡыуарлыҡ субъекттарынан документтар ҡабул ителә башлай: бизнестың башланғыс стадияһында кесе эшҡыуарлыҡ субъекттары сығымдарын өлөшләтә субсидиялауға; кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының килешеү буйынса лизинг түләмдәрен; ҡорамал алыуға киткән сығымдарҙы; ҡуртым хаҡы һәм коммуналь түләмдәр өсөн киткән сығымдарҙы; ғаилә бизнесы булдырған эшҡыуарлыҡ субъекттары сығымдарын; интернет-майҙансыҡтарҙа тауар һәм хеҙмәттәрҙе тәҡдим итеүгә киткән сығымдарҙы өлөшләтә субсидиялауға; социаль эшҡыуарлыҡ йүнәлешендә планлаштырылған сығымдарҙы ҡаплауға. Документтар Асҡар ауылы, Ленин урамы, 41 адресы буйынса, 303-сө кабинетта, ял һәм байрам көндәренән тыш, 14-тән 17 сәғәткә тиклем ҡабул ителә. Тел.: 8-960-391-72-28.