Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән айырмалы, республика халҡы дини һәм милли байрамдарҙа өҫтәмә ялға хоҡуҡлы. Билдәле булыуынса, 11 октябрҙә төп байрам — Башҡортостан Республикаһы көнө билдәләнә, быйыл ул йәкшәмбегә тура килеүе сәбәпле, ял көнө дүшәмбе — 12 октябргә күсерелә. Шулай итеп, республика халҡы биш көнлөк эш аҙнаһында 10, 11 һәм 12 октябрҙә ял итәсәк.